

Дүртөйлө районының Иҫке Яндыҙ ауылында “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы район буйлап күсмә бригадала эшләгән табиптарҙы бүләкләү тантанаһы үтте. ”Сәләмәтлек поездары” районда эшен тамамланы. Был сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ойошторолдо.
Райондың дүрт торағында белгестәр халыҡты ҡабул итте, өс автопоезд – күсмә флюорограф, күсмә ФАП, Сәләмәтлек үҙәге эшләне. Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов белгестәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән 16 августан 26 авгусҡа тиклем районда “Сәләмәтлек поезы “ эшләне. 1 200-ҙән ашыу кеше ҡабул ителде, байтаҡ сир осраҡтары асыҡланды. Хәҙер йыйылған мәғлүмәттәр буйынса эште дауам итәсәкбеҙ, – тине район үҙәк дауаханаһының баш табибы Айҙар Хаматов.
“Сәләмәт республика– сәләмәт төбәк” акцияһында әүҙем ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:ogni-agideli.ru