

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Сибай ҡалаһында 2007 йылдан алып ауыл хужалығы предприятиеһы - "Степная" ("Дала") агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй. Предприятие директоры - күп йыллыҡ стажы булған фермер Азамат Мәхмүтов.
Йәмғиәт үҫемлекселек тармағында үҙ эшен йәйелдергән: бойҙай, арпа, етен, һоло үҫтереү уның эшмәкәрлегенең төп өлкәһе булып тора. Предприятиела дүрт эш урыны булдырылған, шулай уҡ 12 кеше миҙгелле эштәр ваҡытында дәүләт шәхси ярҙамсы хужалығы килешеүе буйынса ҡабул ителә. Даими эш урындары иҫәбен арттырыу планлаштырыла. Агрофирманың яҙғы сәсеү һәм көҙгө урып-йыйыу эштәре өсөн кәрәкле техникаһы ла бар, мәҫәлән, Беларус МТЗ-82.1 тракторҙары һәм башҡалар.
Быйыл иген күп, шуға күрә игенселәр август уртаһынан урып-йыйыу эштәрен башлаған. Һәр минут иҫәптә, шунлыҡтан улар иртә таңдан ҡара төнгә ҡәҙәр эшләйҙәр. Урып йыйыу майҙаны - 1250 га. Арпаны - 350 гектарҙа, бойҙайҙы - 100 гектарҙа, һолоно 200 гектарҙа йыйғандар ҙа инде. Киләсәктә эре мал үрсетеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә предприятиеға Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенән һатып алынған ҡорамалдар өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алыу буйынса консультация ярҙамы күрһәтелде. Предприятие герефорд тоҡомло һыйыр малы, мал аҙығы таратыусы, сәнске тейәгес һатып алған. Предприятие эшселәренең кәйефе көр, күңелдәре күтәренке, сөнки улар йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра икәнлеген яҡшы аңлай.
Ошондай сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше#нацпроектыБашкортостан