Милли проекттар
1 Сентябрь 2022, 03:30

Юбилейға ҙур бүләк әҙерләйҙәр

115-се гимназияла күләмле реконструкция бара

Юбилейға ҙур бүләк әҙерләйҙәрЮбилейға ҙур бүләк әҙерләйҙәр
Юбилейға ҙур бүләк әҙерләйҙәр

Быйыл баш ҡалалағы 115-се гимназия үҙенең 55 йыллығын билдәләй. Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы былтыр декабрҙә башланған күләмле реконструкция юбилейға ҙур бүләк буласаҡ.

Техник задание буйынса уҡыу кластары, административ-хужалыҡ бүлмәһе, аҙыҡ-түлек блогы, тамаша залы, ике спорт залы, медицина блогы, уҡыу залы менән китапхана, мәктәп стадионы, бәләкәй футбол, баскетбол, волейбол, ГТО нормаларын тапшырыу, башҡа уйын майҙансыҡтары яңыртыла. Шулай уҡ гимназия заманса компьютерҙар һәм мультимедиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыла.

Әле уҡыу кабинеттарында – эшселәр бригадаһы, ә мәктәп ихатаһында төҙөлөш техникаһы эшләй. Биләмәнең ҡоймаһы монтажлана, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары, елләтеү ҡорамалдары яңыртыла, шулай уҡ фасадты йөҙләү, йылытыу, юлға асфальт түшәү һәм йәшелләндереү эштәре башҡарыла.

Реконструкцияны йыл аҙағына тамамлау күҙаллана.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info/press

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/308005

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас