Милли проекттар
2 Сентябрь 2022, 08:30

Ун бишенсе тау саңғыһы үҙәге төҙөлә

Республикабыҙ быйыл Рәсәйҙең 10 иң яҡшы ял итеү курорты иҫәбенә инде.

Ун бишенсе тау саңғыһы үҙәге төҙөләУн бишенсе тау саңғыһы үҙәге төҙөлә
Ун бишенсе тау саңғыһы үҙәге төҙөлә

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Миәкә районында яңы тау саңғыһы курорты төҙөлә. Ул республикала ошондай кимәлдәге ун бишенсе объект буласаҡ. Әле төбәктә 14 тау саңғыһы үҙәге эшләй.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы проектҡа 2021 йылдан консультация ярҙамы күрһәтә һәм инвесторға Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашырға ярҙам итте. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары (национальные проекты “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”, “Туризм и индустрия гостеприимства”) буйынса башҡарыла.

– Башҡортостан Республикаһында тау саңғыһы туризмы туристик хеҙмәттәр баҙарында айырым урынды биләй һәм ошо тармаҡты үҫтереү йәһәтенән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә. Мәҫәлән, быйыл яңы йыл каникулы осоронда беҙҙең тау саңғыһы үҙәктәре 95 меңгә яҡын туристы ҡабул итте. Бынан тыш, республика 2022 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы 10 ял итеү курорты иҫәбенә инде, – тип белдерҙе төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Яңы проектҡа 140 миллион һум инвестиция йүнәлтеү күҙаллана. Тәүге этапта (2022-2023 йылдарҙа) 55,43 миллион һум тотонола. Инвестиция проекты ярҙамында 35 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Августа “Альтаир” компанияһы проекты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын алды.

Курорт биләмәһендә әүҙем ял итергә яратҡандар өсөн тау саңғыһы, тюбинг һәм мототрассалар йыһазландырыла. Шулай уҡ яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү, ҡунаҡхана комплекстары, мунсалар, прокат станцияһы, медицина пункты, банкет залы төҙөү ҡарала.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/308694

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас