

Санитар авиация тормошобоҙға үтеп инде, уның ярҙамы хәҙер ғәҙәти хәлгә әүерелә бара. Йылайыр үҙәк район дауаханаһы ошо көндәрҙә медицина ярҙамына мохтаж бер пациентын ашығыс рәүештә Өфөгә оҙата алды.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт иткән ҡатынды ҡабул итеп диагноз ҡуйғандан һуң, табип-гинеколог уны экстрен рәүештә республика белгестәренә оҙатыу кәрәклеге тураһында ҡарарға килә. Санитар авиация ярҙамына мохтажлыҡ тыуа. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика үҙәктәренең, санитар авиацияның, район хакимиәтенең һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эшләүе һөҙөмтәһендә пациентты баш ҡала дауаханаһына илтәләр.
Башҡортостанда санавиацияны үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙамды үҫтереү” федераль проектына ярашлы башҡарыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан