Милли проекттар
3 Сентябрь 2022, 07:00

Барыһы ла - уңайлы ял өсөн

Радий Хәбиров: "Быйыл ял һәм сәйәхәт өсөн элекке күп йүнәлештәр ябыҡ булғанда, Башҡортостан башҡа төбәктәр халҡы өсөн тағы ла ылыҡтырыусанға әйләнде".

Барыһы ла - уңайлы ял өсөнБарыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн

Төбәк үҫешендә туризм мөһим урын биләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров та был йүнәлеште юғары кимәлгә күтәреүгә ныҡлы иғтибар бирә.

"Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн шарттар булдырыуҙағы тағы ла бер йүнәлеш – республикала туристик мәғлүмәт үҙәген булдырыу. Өфөлә Ҡунаҡһарай биләмәһендә ошондай үҙәкте астыҡ. Баш ҡаланың Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументы эргәһендә һәм Салауат Юлаев паркында, Сипайлово биҫтәһенең Өфө йылғаһы ярында ошондай үҙәктәр бар. “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктарында, Павловкалағы Ҡыҙыл Шишмәлә визит-үҙәктәр уңышлы эшләй.

Бындай үҙәктәрҙе киләсәктә бөтә республикала асырға йыйынабыҙ, шул иҫәптән федераль ярҙам иҫәбенә", – тип яҙҙы социаль селтәрендәге диуарында Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, унда туристарға файҙалы булған барлыҡ мәғлүмәтте тупларға тырышалар. Мәҫәлән, бушлай карта алырға, билдәле урындар, ҡунаҡханалар тураһында белергә, гидтар, тәржемәселәр хеҙмәте буйынса кәңәштәр һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға мөмкин.     

"Быйыл ял һәм сәйәхәт өсөн элекке күп йүнәлештәр ябыҡ булғанда, Башҡортостан башҡа төбәктәр халҡы өсөн тағы ла ылыҡтырыусанға әйләнде. Әле кешеләр беҙҙең республикала уңайлы шарттарҙа ял итһен, уны үҙҙәре өсөн асһын һәм яңынан әйләнеп килһен өсөн индустриаль ҡунаҡсыллыҡты үҫтереү мөһим. Был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле алға барабыҙ", – ти Радий Хәбиров.      

Туризмды үҫтереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национального проекта "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Барыһы ла - уңайлы ял өсөн
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас