

Өфөләге өс күп фатирлы йорт Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы йорт. Иң яҡшы ихата” күп фатирлы йорттарға идара итеүҙең иң яҡшы практикалары конкурсында ҡатнаша.
Конкурс алты номинация буйынса үткәрелә. Уларҙың өсәүһе буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы вәкилдәре ҡатнаша. Шулай итеп, Өфөләге 56-сы йорт “Күп фатирлы йорт советы эшенең иң яҡшы практикаһы” номинацияһында еңеүгә дәғүә итә. Ухтомский урамындағы 14-се йорт “Капиталь ремонтты үткәреүҙең иң яҡшы практикаһы” номинацияһында ҡатнаша. Ә Ҡулса урамындағы 53/2 йорт “Торлаҡ милекселәре ширҡәте/торлаҡ-төҙөлөш кооперативы номинацияһында үҙ көсөн һынай.
1 июлдән 15 авгусҡа тиклем беренсе этап һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусылар конкурс финалына сыҡты. Хәҙер https://moydom.er.ru/ проект сайтында тауыш биреү бара. Ул 4 сентябргә тиклем дауам итә. Өфөләрҙе ситтә ҡалмаҫҡа һәм тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡыралар. Быны тағы https://moydom.er.ru/ сайты аша ла атҡарырға мөмкин.
Бындай сараларҙы үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.