Милли проекттар
4 Сентябрь 2022, 04:30

“Сағыу”ҙа хәлдәр арыу

Дим районында юлдар төҙөлөшө быйыл ғинуарҙа башланғайны.

“Сағыу”ҙа хәлдәр арыу“Сағыу”ҙа хәлдәр арыу
“Сағыу”ҙа хәлдәр арыу

Өфө ҡалаһындағы Дим районының “Сағыу” биҫтәһендә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән“Стимул” программаһына ярашлы, инженер инфраструктураһының дүрт объекты төҙөлөшө тамамланып бара.

2,3 километр оҙонлоғондағы яңы юлдар төҙөлөшө 3-сө, 5-се, 6-сы кварталдарҙа һәм 5-се полилингваль күп профилле мәктәп тирәһендә атҡарыла. Был маҡсатта федераль бюджеттан 170 миллиондан ашыу аҡса бүленгән.

- “Стимул” федераль программаһын проект йәһәтенән финанслау торлаҡты сафҡа индереүҙең яҡшы күләме булғанда ғына тәьмин ителә. Был йәһәттән “Сағыу” әүҙем төҙөлә: быйыл биҫтәлә сафҡа индерергә тип планлаштырылған 130 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡтың 47 мең квадрат метры төҙөлгән. Шуға автомобиль юлдары, тротуарҙар бында йәшәүселәр өсөн бик мөһим, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Дим районында юлдар төҙөлөшө быйыл ғинуарҙа башланғайны. Был эштәр "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына (национальный проект "Жилье и городская среда") ярашлы атҡарыла.

Фото: building.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас