Милли проекттар
4 Сентябрь 2022, 06:30

Улар был көндө бик оҙаҡ көттө

Ниһайәт, стәрлетамаҡтарға бәхет йылмайҙы.

Улар был көндө бик оҙаҡ көттөУлар был көндө бик оҙаҡ көттө
Улар был көндө бик оҙаҡ көттө

2 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Башстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән зыян күргән граждандарға асҡыс тапшыра башланылар. Был – намыҫһыҙ төҙөүсенән булмаған торлаҡ йорттарынан “һауалағы” фатирҙарҙы һатып алыусылар. Яҡын арала барлыҡ алданған өлөшсөләр документтар рәсмиләштерелеү менән үҙ асҡыстарын аласаҡ.

- Республикала алданған өлөшсөләр хоҡуҡтары федераль, шулай уҡ төбәк дәүләт ярҙам саралары һөҙөмтәһендә тергеҙелә. Шулай итеп, ил Президенты ҡушыуынса, 2023 йыл аҙағына тиклем алданған өлөшсөләр проблемаларын хәл итә аласаҡбыҙ, - тип белдерҙе Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы, яңы торлаҡ алыусыларға мөрәжәғәт итеп, түбәндәгеләр хаҡында әйтте:

- Барыбыҙ ҙа был мәлде түҙемһеҙләнеп көттөк. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ярҙамы, уның хәлгә туҡтауһыҙ контроле һөҙөмтәһендә беҙ бөгөн, Стәрлетамаҡтағы алданған өлөшсөләр менән бәйле мәсьәлә хәл итеү стадияһында, тип әйтә алабыҙ. Был беҙҙе ҡыуандырмай ҡалмаясаҡ, сөнки кешеләрҙең борсолоуы, асыҡһыҙлыҡ тамамланасаҡ.

“Башстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тарихы 2012 йылда башланғайны. Төҙөүсе торлаҡ йорттарҙағы фатирҙы законһыҙ һатҡан, дөрөҫөрәге, ике тапҡыр һатҡан. Был намыҫһыҙ эш һөҙөмтәһендә 168 ғаилә зыян күрҙе. Уларҙың 36-һы 2015 йылда торлаҡ алды. Ҡалғандарҙы фатир менән тәьмин итеү менән Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөш фонды тәьмин итә. Проблемалы йорттар буйынса саралар планының беренсе этабына ярашлы, 2019 йылда 68 кеше фатир менән тәьмин ителде. Республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фонды икенсе этапты зыян күргән стәрлетамаҡтарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн 64 өлөшсө фатир бирҙе. “Башстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән зыян күргән граждандар реестрында торған 64 кеше үҙ фатирҙарының асҡысын аласаҡ. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырасаҡ.

Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Улар был көндө бик оҙаҡ көттө
Улар был көндө бик оҙаҡ көттө
Улар был көндө бик оҙаҡ көттө
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас