

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы уҡыу йыдында Серафимовка ауылындағы балалар музыка мәктәбе йәш сәнғәт оҫталарын ҙур үҙгәрештәр менән ҡаршыланы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы мәктәп бинаһының ҡыйығы тулыһынса ремонтланды.
Мәғлүм булыуынса, сәнғәт мәктәбе 1958 йылда ойошторола, әммә уның бинаһы 1969 йылда ғына һалына. 2003 йылда концерт залы һәм һигеҙ кабинет урынлашҡан төкәтмә төҙөлә.
“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса бинаның ҡыйығын реконструкциялауға федераль, республика, урындағы ҡаҙнанан 3242471,15 һум аҡса бүленгән. Эште “Сатурн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мартта башлаған. Май аҙағына мәктәп ҡыйығы тулыһынса яңыртылған. Төҙөүселәр иҫке ҡыйыҡты һүтеп, бинаның периметры буйынса кирбес һалған, асамайҙар ҡуйған, кәрниз эшләгән. Сарлаҡта янғын сигнализацияһы ҡуйылған, яҡтылыҡ үткәрелгән.
Әле музыка мәктәбендә 500-ҙән ашыу бала баянда, аккордеонда, фортепианола, скрипкала, думбырала, балалайкала, гитарала уйнарға, йырларға, хореографияға өйрәнә. Бында 40 уҡытыусы эшләй, уларҙың 20-һе ошо мәктәпте тамамлаған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/308948
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/308948