Милли проекттар
6 Сентябрь 2022, 07:15

Ҡыйғыларҙы Йәштәр аллеяһы йыйҙы

Район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко Ҡыйғы халҡын ихлас тәбрикләне

Ҡыйғыларҙы Йәштәр аллеяһы йыйҙыҠыйғыларҙы Йәштәр аллеяһы йыйҙы
Ҡыйғыларҙы Йәштәр аллеяһы йыйҙы

Ҡыйғы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Үрге Ҡыйғы ауылында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы төҙөкләндерелгән Йәштәр аллеяһының икенсе өлөшө асылды.

Аллеяны реконструкциялау барышында иҫке ҡоймалар һүтелгән, юлға асфальт түшәлгән. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн күләгәле япмалар эшләнгән, яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Әйткәндәй, объектты асыу хоҡуғы гәлсәр туйҙарын билдәләгән Люциә Таһир ҡыҙы менән Марат Ҡәйүм улы Шәйкамаловтарға һәм йәш пар Әлиә менән Динар Мозаевтарға бирелде. Район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко Ҡыйғы халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы.

Аллеяны асҡандан һуң бай концерт программаһы тәҡдим ителде, тематик майҙансыҡтар эшләне.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/310293

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/310293

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас