Милли проекттар
7 Сентябрь 2022, 04:15

Пансионаттар беҙгә кәрәкме?

Башҡортостан өлкәндәр өсөн йорттар төҙөүҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ ысулын ҡулланған тәүге төбәк булды

Пансионаттар беҙгә кәрәкме?Пансионаттар беҙгә кәрәкме?
Пансионаттар беҙгә кәрәкме?

Кушнаренко районында дәүләт-шәхси партнерлыҡҡа ярашлы, өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн ҡырҡ урынлыҡ дәүләткә ҡарамаған пансионат төҙөү планлаштырыла. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, инвестицияларҙың дөйөм күләме 20 миллион һум тәшкил итәсәк. Бындай пансионаттар беҙгә кәрәкме?

– Был көн ҡаҙағында торған мәсьәлә, сөнки пансионаттарға ихтыяж бик ҙур. Был баҙарҙа табыш алыуы ауыр, ихтыяж бар, әммә был эшкә сығымдарҙың ҙур булыуы арҡаһында һәр кем уны тормошҡа ашыра алмай. Проекттар оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Дәүләт тарафынан тәҡдим ителгән ҡағиҙәләр сығымдарҙың ярайһы өлөшөн бюджет иҫәбенә ҡапларға, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен ылыҡтырғыс итергә мөмкинлек бирә. Кушнаренко районының Ҡанлы ауылында тап ошо механизм буйынса заманса пансионат төҙөләсәк. Проектты “Доверие-Кушнаренково” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән берлектә 40 йылға концессион килешеү шарттарында тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тип белдергәйне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

Концессионер социаль хеҙмәтләндереү баҙарында Кушнаренко районы биләмәһендә 2015 йылдан алып эшләй. 2018 йылда Шәрип ауылында өлкәндәр өсөн ҡырҡ урынға иҫәпләнгән дәүләткә ҡарамаған пансионат төҙөүҙә ҡатнашты. Яңы килешеүгә ярашлы, инвестиция сығымдары бинаны үҙгәртеп ҡороуға, ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин итеүгә, файҙаланыуға тапшырыуға китәсәк. Ер участкаһы һәм бинаның ҡуртымға бирелеүе майҙанды ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк.  Пансионатта аҙ хәрәкәтләнеүсән һәм үҙҙәрен тәрбиәләргә һәләтһеҙ граждандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеге ҡарала. Урындарҙың күбеһе бюджет нигеҙендә биреләсәк. Өҫтәүенә ауылда 19 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан өлкәндәр өсөн йорттар төҙөүҙә дәүләт - шәхси партнерлыҡ ысулын ҡулланған тәүге төбәк булды. Әлеге көндә бындай пансионаттар Ғафури районының Һаҫыҡ күл  ауылында (Табында бүлексәһе бар), Мишкә районының Ирсай ауылында эшләүен дауам итә.

“Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе – “Өлкән быуын”. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында” Указдың һигеҙ поручениеһы 2024 йылға үтәлергә тейеш. 

 

 


Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас