

Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы диспансерлаштырыу бүлексәһе асылды. Хәҙер тикшеренеү үтеү өсөн регистратураға мөрәжәғәт итеү, төрлө кабинеттарға сиратта тороу кәрәкмәй, бер урында бөтә тикшеренеүҙәрҙе үтеү мөмкинлеге бар.
Пациенттар ағымдарының бер-береһе менән киҫешмәүе лә бик мөһим, бүлексәгә инеү урыны айырым. Бында теркәү үтеү һәм маршрут ҡағыҙы алыу өсөн антропометрия кабинеты ойошторолған. Терапевт, гинеколог, ҡан һәм биоматериалдар алыу, электрокардиограмма үтеү кабинеттары булдырылған. Пациент диспансер иҫәбенә ҡуйылған осраҡта күҙәтеү телемедицина консультациялары ярҙамында башҡарыласаҡ. Дауахананың баш табибы Илгиз Шәңгәрәев әйтеүенсә, яңы бүлексәнең асылыуы регистратураға, процедура кабинеттарына һәм участка терапевты өҫтөнә төшкән көсөргәнеште кәметкән.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан