

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Влаимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы уҙғарылған күсмә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” барышында “Асҡын” глэмпингын асыу тантанаһы булды.
– Проектты тормошҡа ашырыу тюбинг трассаһын асыуҙан башланды, – тине глэмпинг хужабикәһе Гүзәл Емельянова. – Бер аҙҙан балалар өсөн уйын бүлмәһе барлыҡҡа килде. Кафе төҙөй башланыҡ. Артабан йорттар һәм мунса һалыу идеяһы тыуҙы. Әйткәндәй, Асҡында ҡунаҡханалар етмәй. Глэмпингтар өлкәһе районда әлегә биләнмәгән.
“Асҡын” глэмпингында бөгөн ҡунаҡ йорто, мунса һәм мангал зонаһы бар, яҡын арала кафе эшләй башлай, йәнә бер мунса, йорт һәм мангал зонаһы барлыҡҡа киләсәк.
Әйткәндәй, дүрт кешегә иҫәпләнгән ыҡсым ғына ағас өйҙә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, һыу үткәрелгән. Туҡланыуға килгәндә, әлегә ҡунаҡтарға үҙҙәренә бешеренергә тура килә – ҡорамалдар ҙа, һауыт-һаба ла бар. Емельяновтар иһә уларҙы шашлыҡ менән һыйларға әҙер. Кафе төҙөлөп бөткәс, иртәнге, төшкө һәм киске ашҡа заказ биреү мөмкин буласаҡ.
Емельяновтар глэмпинг биләмәһен төҙөкләндерергә ниәтләй, волейбол, баскетбол, дартс, пейнтбол майҙансыҡтарын асмаҡсы. #ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/481350/
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/312274