

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында “Күңел өсөн йорт” исемендәге яңы балалар баҡсаһы асылды. Был көндө бәләкәстәр түҙемһеҙләнеп көттө. 2014 йылға тиклем был мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына етәкселек иткән Рәлиә Искәндәрова 10 йыл элек бәләкәй балалар өсөн урындар етмәүе тураһындағы мәсьәләне күтәреп сыҡҡан. Был хаҡта Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хәҙер буш урында 50 урынлыҡ бына тигән балалар баҡсаһы ҡалҡып сыҡҡан. Ул барлыҡ санитария һәм заманса талаптарға яуап бирә.
Бөгөн бында йәш ярымдан өс йәшкә тиклемгеләр өсөн ике мәктәпкәсә тиклемге төркөм барлыҡҡа килгән. Төп корпустан өс тәрбиәсе һәм ике тәрбиәсе ярҙамсыһы күскән. Ашнаҡсы менән бәйле мәсьәлә лә хәл ителә. Тағы штатҡа ике һаҡсы индерелгән. “Беҙгә тағы урам һепереүсе кәрәк, - тип белдерҙе балалар баҡсаһы мөдире Индира Ғарифуллина. – Ойошма биләмәһе ҙур ғына, уны йәшелләндерергә, матур итеп тоторға, ҡышын ҡарҙан таҙартырға кәрәк”.
Ҡырмыҫҡалы районы Советы депутаты Ришат Ғәлләмов биләмәне ҡарҙан таҙартыу өсөн техника бүләк итергә вәғәҙә иткән. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров телевизор бүләк иткән. Урында йәшәгән йырсы, композитор, мультиинструменталист, «Йәшлек-шоу-2020» фестивале еңеүсеһе Ришат Рәхимов та матур саранан ситтә ҡалмаған.
Беҙ ҙә ҡырмыҫҡалыларҙы ошондай ҡыуаныслы ваҡиғалары менән ҡотлайбыҙ. Һәм ошондай балалар баҡсаһының төҙөлөп сафҡа инеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектын (национальный проект “Демография”) бурысҡа ашырыуын билдәләйбеҙ.
Фото: Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан