Милли проекттар
9 Сентябрь 2022, 09:30

Ҡыйғылар экологик өмәгә сыҡты

Әй фонтаны һәм Ыласынташ биләмәһе йәмләнеп ҡалды.

Ҡыйғылар экологик өмәгә сыҡтыҠыйғылар экологик өмәгә сыҡты
Ҡыйғылар экологик өмәгә сыҡты

Мәғлүм булыуынса, августа Башҡортостанда “Экологик эштәр аҙналығы” акцияһы башланғайны. Уның нигеҙендәге халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа, йылға, күл буйҙарында, төп туристик маршруттарҙа экологик өмәләр әле лә дауам итә. Был акция граждандарҙа экологик ҡараш, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә, экологик мәҙәниәтте үҫтереүгә, һыу объекттарында һәм ял итеү урындарында таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлауға йүнәлтелә.

Ҡыйғы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өмәләр ойоштороу идеяһын район хакимиәте, Йыланлы ауыл Советы, мәғариф һәм ауыл хужалығы бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә хуплап сыҡҡан. Улар Әй фонтаны һәм Ыласынташ биләмәһен сүп-сарҙан таҙартҡан.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған ошондай саралар шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең үҙенсәлекле үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлауға йүнәлтелә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: kigi.bashkortostan.ru/presscenter/news/474241/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/312439

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас