

Раевка үҙәк район дауаханаһына сирлегә мониторинг үткәреү өсөн яңы электрокардиографик модуль системалары килтерҙеләр.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) сиктәрендә башҡарылды.
Электрокардиограмма (ЭКГ) – йөрәктең электр майҙанының ике нөктәһендәге циклдарҙың айырмаһы динамикаһын күрһәтеү һыҙығы. Уның төп тәғәйенләнеше – йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһын контролдә тотоу.
“Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ун дана ошо электрокардиограф системалары өсөн ҙур рәхмәт”, – ти Раевка дауаханаһының баш табибы Венер Изякаев.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан