Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2022, 09:30

Йөрәк һау булһын!

Электр кардиографы ярҙамында табиптар кардиограмманы "Ашығыс ярҙам" машинаһы эсендә үк эшләй һәм белгестәргә консультация өсөн ебәрә ала.

Йөрәк һау булһын!
Йөрәк һау булһын!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы  ЭКГ һөҙөмтәһен дистанциянан тапшырыу һәм теркәү өсөн  ун дана электр кардиографы модулле системалары алды.

Телемедицина электр кардиографы ЭКГ тикшереүҙәрен электрон почта аша тапшырыу мөмкинлегенә эйә. Уның ярҙамында табиптар кардиограмманы "Ашығыс ярҙам" машинаһы эсендә үк эшләй һәм белгестәргә консультация өсөн ебәрә ала. Был ғүмеренә хәүеф янаған пациенттарға квалификациялы ярҙамды тиҙ күрһәтергә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә  һанлы электр кардиографы яҙмаларын мәғлүмәт базаһында һаҡларға, анализларға мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткесен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткесен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмын булдырыу көн ҡаҙағындағы бурыстарҙан һанала.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: