

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы барышында Төлгөҙ быуаһы эргәһенә 150 миләш һәм йүкә үҫентеһе ултыртыла. Был урынды урман ҡырҡыусылар аллеяһы тип атарға ниәтләйҙәр.
Ағас ултырыу буйынса бөгөн уҙғарылған өмә Урман хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған республика семинар-кәңәшмәһенә һәм урман ҡырҡыусылар конкурсына тура килә. Унда бөтә республиканан урман хужалығы һәм лесничество вәкилдәре йыйыла. Сараға 150-гә яҡын кеше килеүе көтөлә.
Ошо көндәрҙә семинар-кәңәшмәгә һәм конкурсҡа әҙерлек барышы менән Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов танышты. Ул район хакимиәте башлығы Динис Йосопов менән Асҡындағы алдынғы урман сәнәғәтселәренең береһе – Айбулат Абдуллиндың етештереү майҙансығын ҡарап сыҡты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/482358/
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/314799