

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә, “Ашығыс экспорт ярҙамы” эксперт бригадаһы Ҡариҙел районының “Уфалеспром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Хәмәтшина Алина Альбертовнаның шәхси предприятиеһында, үҙ шөғөлөн алып барған Дияс Зәғәфуран улы Хөснуллинда һәм башҡа эшҡыуарҙарҙа булды.
– Эшкәртелгән ағасты экспортҡа сығарыуҙы арттырыу өҫтөндә эшләү стратегик әһәмиәткә эйә. Предприятиелар яйлап ҡына ағас эшкәртеү ҡорамалдарын яңырта. Башҡортостанда экспортҡа ярҙам сараларының үҙенсәлекле системаһы әҙерләнгән һәм эшләй, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәркәлеге министры Маргарита Болычева.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова һәм республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитов “Ашығыс экспорт ярҙамы” төркөмө составында предприятиеларҙа булды.
Эш төркөмө тәүҙә “Уфалеспром” предприятиеһына туҡталды – бында ағастан 250-нән ашыу юғары сифатлы йорт йыһазы етештерелә. Әле компания Беларусь, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәргә тауарын сығара.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы эшҡыуарҙарға кәңәштәрен еткерҙе, был экспорт сығымдарын кәметеүгә һәм һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Предприятиеға тәү сиратта хеҙмәттәшлек итерлек сит ил уҙаҡташтарын табыуҙа һәм тауарҙы маркетплейста урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.
Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында Алина Хәмәтшинаның ағас әҙерләү һәм күмер етештереү майҙансыҡтарын ҡаранылар. Эшҡыуар етештереү ҡеүәтен арттырыу буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне, был эшмәкәрлек хәҙер айына 50 тонна күмер сығарыу мөмкинлеген бирә. Предприятие экспорт йүнәлешен үҫтерергә йыйына. “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре халыҡ-ара баҙарға сығыу өсөн нимәләр талап ителгәнен һөйләне, шулай уҡ министрлыҡ һәм Экспортҡа ярҙам үҙәге аша ойошторолған халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ сәфәрҙәрендә һәм күргәҙмәләрендә ҡатнашырға саҡырҙы. Компанияға Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан баҙарҙарына сығыуҙа, шулай уҡ донъяуи маркетплейстар аша таратыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.
Үҙ шөғөлөн булдырған Дияс Хөснуллин “Ашығыс эскспорт ярҙамы” командаһына баҡса һәм мунса йыһазын етештереү, шулай уҡ күндән әйберҙәр әҙерләү буйынса хеҙмәттәр тураһында һөйләне. Әле ул стартап форматында үҙ эшен асҡан, коворкинг үҙәгендә бинаны ҡуртымға алған. Ярҙам бригадаһы етештереүҙе арттырырға һәм тауарын электрон майҙансыҡтарға ҡуйырға тәҡдим итте.
Барлыҡ предприятиеларҙы ла Төркиәлә һәм Иранда уҙасаҡ эш сәфәрендә ҡатнашырға саҡырҙылар.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Ҡариҙел районында Башҡортостандың муниципаль берәмектәре менән республика экспортын үҫтререү буйынса уҡыу форматында стратегик сессия үтте. Сарала Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Благовещен, Борай, Балаҡатай, Дыуан, Иглин, Ҡариҙел, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат һәм Шишмә райондарының бизнес-шерифтары ҡатнашты.
Сессия барышында муниципалитеттар вәкилдәренә экспортты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләнеләр.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы:pravitelstvorb.ru.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан