Милли проекттар
15 Сентябрь 2022, 12:15

Ҙур төҙөлөштә эш ҡайнай

Төҙөлөш майҙансығына 80-дән ашыу кеше йәлеп ителгән. 

Ҙур төҙөлөштә эш ҡайнайҘур төҙөлөштә эш ҡайнай
Ҙур төҙөлөштә эш ҡайнай

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала ҙур коммуналь объект – “Затон-Көнсығыш” канализация насос станцияһынан алып  ҡала таҙартыу ҡорамалдары майҙансығына тиклем канализация коллекторы төҙөлөшө дауам итә. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Эште “Донаэродорстрой” асыҡ акционерҙар йәмғиәте “Донаэропроектстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә башҡара.

27,6 километр оҙонлоҡтағы бъектта эш дүрт этапҡа бүленгән. Әле ул әүҙем бара. Бөгөн траншея ҡаҙылған, үткәргес торба өсөн тимер-бетон нигеҙ әҙерләнгән, торба һала башлағандар, уны күмеүгә тотонғандар.

Эш ике сменала бара. Төҙөлөш майҙансығына 80-дән ашыу кеше һәм 20 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://ufacity.info/press/news/470448.html

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/314725

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас