Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2022, 10:30

Ауыл хужалығында һанлы технологиялар үҫешә

Киләсәктә был тәжрибәне киң таратыу күҙаллана.

Ауыл хужалығында һанлы технологиялар үҫешә
Ауыл хужалығында һанлы технологиялар үҫешә

Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы, Дыуан районының “Рассвет”, Ейәнсура районының “А7 Агро-РБ” һәм Ғафури районының “Восход СТ” ауыл хужалығы предприятиелары 412 миллион һумлыҡ комплекслы һанлы трансформация проектын тормошҡа ашыра башлай.

Шул уҡ ваҡытта 327 миллион һумдан ашыу аҡсаны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге күләмле ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү йәһәтенән “Сколково” фонды тарафынан бүленә. Бындай ҡарар “Сколково” фондының эксперт советында предприятиелар тарафынан етештереүҙе үҫтереү һәм камиллаштырыу маҡсатында әҙерләнгән үҙенсәлекле һанлы проекттарҙы онлайн-яҡлауҙа ҡабул ителде.

– Был дүрт предприятие - ауыл хужалығын һанлаштырыу йәһәтенән яңы алымды ҡулланған тәүге ойошмалар, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Киләсәктә уларҙың тәжрибәһен киң таратырға ниәтләйбеҙ.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/483139/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/315913

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: