

Республикала IV “Етештереү 360” федераль форумына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашҡан компанияларҙан иң яҡшы рационализаторлыҡ тәҡдимдәрен йыйыу 20 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Быйыл “Етештереү 360” федераль форумы Сочи ҡалаһында 14 октябрҙә үтәсәк. Башҡортостандан мөһим сарала БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министрлығы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
“Беҙҙең өсөн был - бик мөһим форум, сөнки Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла. Бөгөн төбәктә 140 предприятие һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланып эшмәкәрлек итә. Ошо көндәрҙә программаға ауыл хужалығы ҡорамалдары етештергән сираттағы предприятие ҡушыласаҡ” – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов.
Быйыл форум дүрт йүнәлеш буйынса эш алып барасаҡ: бизнес, төбәк үҫеше, социаль тәжрибә, партнерлыҡ проекттары.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.