Милли проекттар
16 Сентябрь 2022, 02:00

Йәштәр өйлө булды!

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Наҙгөл Исҡужинаға фатир асҡысы тапшырҙы.  

Йәштәр өйлө булды!Йәштәр өйлө булды!
Йәштәр өйлө булды!

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Наҙгөл Исҡужинаға фатир асҡысы тапшырылды.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме – Хөкүмәтебеҙ һәм район хакимиәте ярҙамынан ташламай. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов асҡыс тапшырып, йәш әсәгә ғаиләһе менән бар уңайлыҡтары булған фатирҙа бәхетле йәшәүен теләп, үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.

"Районыбыҙҙың ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған тағы бер гражданы бөгөн үҙ өйөнөң асҡысына эйә булды. Наҙгөл Исҡужина ғаилә ҡороп та өлгөргән, тормош иптәше менән йәш ярымлыҡ ул тәрбиәләйҙәр. Яҡын арала ғаиләлә тағы ла бәпес тыуыуы көтөлә. Исҡужиндар был айҙа уҡ өй туйларға планлаштыра. Яңы торлаҡ улар өсөн тыуған йортҡа әүерелер, тип ышанам.

Йыл башынан алып дүрт кеше фатир асҡысы алды. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн яңы фатирҙар һатып алыу программаһы дауам итә. Йыл аҙағына тиклем район хакимиәте тағы дүрт кешене торлаҡ менән тәьмин итергә планлаштыра",-тип яҙған ул.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәштәр өйлө булды!
Йәштәр өйлө булды!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас