

Ошо көндәрҙә Дәүләкән ҡалаһындағы 4-се лицейҙың башланғыс мәктәбен асыу тантанаһы үтте. Был бина Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) сиктәрендә комплекслы төҙөкләндерелгән.
Тантанала Дәүләкән районы хакимиәте етәкселеге, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рушанна Бабич ҡатнашты.
Балаларҙы хәүефле бинала уҡытыу мөмкин булмай, әлбиттә, шуға ла яңы мәктәпте барыһы ла түҙемһеҙләнеп көткән. Хәҙер уҡыусылар тыныс күңел менән белем ала.
“1956 йылда төҙөлгән мәктәп авария хәлендә ине, шуға күрә уҡытыу туҡтатылды. Бөгөн яңыртылған мәктәпте күреүебеҙгә шатбыҙ. Капиталь ремонттан һуң мәктәптең асылыу ҡала күләмендә ҙур ваҡиғаға әйләнде. Төҙөлөштә ҡатнашҡан барыһына ла ҙур рәхмәт”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты лицей директоры Фирүзә Әхмәтйәнова.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан