Милли проекттар
19 Сентябрь 2022, 10:20

Ауылдарҙа ла шарттар ҡаланыҡынан ҡалышмай

Яңауыл районында тағы ла дүрт “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре барлыҡҡа килде.

Ауылдарҙа ла шарттар ҡаланыҡынан ҡалышмайАуылдарҙа ла шарттар ҡаланыҡынан ҡалышмай
Ауылдарҙа ла шарттар ҡаланыҡынан ҡалышмай

“Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) сиктәрендә ауыл ерҙәренең, бәләкәй ҡалаларҙың дөйөм белем биреү ойошмаларында тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре булдырыла. Улар уҡыу предметтарын, өҫтәмә белем биреү программаһын үҙләштереүҙә уҡыусыларҙың мөмкинлеген киңәйтеү, белем сифатын күтәреү өсөн шарттарҙы камиллаштырыуға йүнәлтелгән.  

“Үҫеш нөктә”ләре Яңауыл ҡалаһының И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияһында, Р. Гәрәев исемендәге урта мәктәптә, Прогресс һәм Һандуғас ауылдары мәктәптәре нигеҙендә асылды.

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә алынған яңы ҡорамалдар белем биреү процесына заманса технологияларҙы, яңы уҡытыу алымдарын индерергә ярҙам итә. Мәҫәлән, физика, химия, биология буйынса уҡыусылар һанлы лабораторияларҙы уңышлы үҙләштерә, яңы ҡорамалдар ярҙамында тәжрибәләр эшләй, лаборатор эш барышында яңы мөмкинлектәрҙе күрһәтә. Ҡыҙыҡһынған балалар белем биреү конструкторҙарын ҡулланып, механикаға, мехатроникаға, робототехникаға өйрәнә.

- Был - барыбыҙ өсөн дә көтөп алынған ваҡиға. “Үҫеш нөктәһе”н асыу балаларға һөнәри яҡтан үҫергә, яңы бейеклектәргә һәм еңеүҙәргә өлгәшергә ярҙам итә. Бөтә уҡыусыларға ла тик алға барыуҙарын теләйем, - ти гимназия директоры Александр Бронников.

 Гимназияның “Үҫеш нөктәһе” үҙәге етәксеһе Альбина Атдинова ла был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе:

- Беҙгә педагогтарға белем биреү мөхитен яңы технологиялар менән байытыу өсөн уникаль мөмкинлек был, - тине ул.

“Мәғариф” милли проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып Яңауыл районының ун мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре булдырылды. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.  

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

фото: yanaul.bashkortostan.ru

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас