

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Түбәнге Ҡыйғы мәктәбендә стоматология кабинеты асылды. Тантанала Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Әлфинә Харисова, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ирина Әминева һәм уҡытыусылар ҡатнашты.
Стоматология кабинетында берҙәм дизайн стилендә ремонт башҡарылған, заманса медицина ҡорамалдары урынлаштырылған. Мәктәптә бындай медицина кабинеттары булдырылыуы уҡыу барышында уңайлы. Хәҙер мәктәптән сыҡмайынса ла дауаланырға, кәңәш алырға мөмкин.”Сәләмәт йылмайыу” модуле мәктәп стоматологияһы хеҙмәтен нығытырға, иҫкәртеү сараларын үҙ ваҡытында башҡарырға ярҙам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.