Милли проекттар
21 Сентябрь 2022, 12:30

Балалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн кәрәк

“Робототехника” һәм “Ағастан конструкциялау” өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһы буйынса районда 90 бала шөғөлләнә. 

Балалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн кәрәкБалалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн кәрәк
Балалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн кәрәк

2022 йылдың 1 сентябренән Малаяҙ ауылында Йәш техниктар станцияһы муниципаль мәғариф учреждениеһы базаһында “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә техник йүнәлештәге “Робототехника” һәм “Ағастан конструкциялау” ике өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһы ғәмәлгә ашырыла. 90 бала өсөн бөтә стандарттарға һәм талаптарға яуап биргән яңы программалар буйынса уҡытыу ойошторолған.

“Робототехника” өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһы конструкторлау, программалау һәм проект эшмәкәрлеге саралары менән роботтар уйлап сығарыу процесында кесе уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. LEGO конструкторҙары менән эшләү уҡыусыларға танып белеү уйыны формаһында бик күп мөһим идеялар белергә һәм артабанғы тормошта кәрәкле һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә. Ябай механизмдарҙы өйрәнгәндә балалар ҡул менән эшләргә өйрәнә (ваҡ һәм теүәл хәрәкәттәр үҫеше), ябай конструкторлыҡ фекерләүен, фантазияны үҫтерә, күп механизмдарҙың эш принциптарын өйрәнә. Уҡыусылар идара итеү программаларын төҙөү, механизмдарҙы автоматлаштырыу үҙенсәлектәре, системалар эшенең моделдәре тураһында мәғлүмәт ала, үҙ идеяһын оҫта белдерергә, уны техник һәм программалы хәл итеү юлдарын проектларға, эшләүгә һәләтле модель рәүешендә тормошҡа ашырырға өйрәнә.

“Ағастан конструкция” программаһы кесе һәм урта мәктәп йәшендәге уҡыусыларҙы үҙаллы ижадҡа йәлеп итеүгә, уларҙың техник һәм художестволы аң даирәһен киңәйтеүгә иҫәпләнгән, уҡыусыларға ағас эшкәртеүгә бәйле һөнәрҙәрҙең төрлөлөгө менән танышырға мөмкинлек бирә. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте, техник ижад нигеҙҙәрен аңлау, ҡоралдар һәм ҡулайламалар менән хәүефһеҙ аралашыу, үлсәү приборҙары һәм һыҙым кәрәк-яраҡтары менән эшләү күнекмәләрен үҫтерә. Дәрестәрҙә ағас эштәрен башҡарыу, композициялар төҙөү, ағастан изделиелар ҡороу күнекмәләре эшләнә.

– Балаларға өҫтәмә белем биреү өсөн яңы урындар асыу һәр уҡыусыға “уңыш хәлен” тәьмин итергә, бала һәм уҡытыусы шәхесенең үҫешенә булышлыҡ итергә ярҙам итәсәк”, - тип билдәләне Малаяҙ ауылы Йәш техниктар станцияһы директоры Илза Риф ҡыҙы Хәлиуллина

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Салауат районы хакимиәте.

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/318097

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас