Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь , 17:45

Салауат юлдары таҡыр

Салауат ҡалаһында "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса ремонтланған өс ҡала юлы участкаһын ҡабул иттеләр

Салауат юлдары таҡыр
Салауат юлдары таҡыр

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә тағы ла өс участкала юлдарҙы төҙөкләндереү тамамланған. Эштәр Хмельницкий (Өфө урамынан алып Беренсе май урамына тиклем), Горький (Беренсе Май урамынан алып Ғафури урамына тиклем) һәм Горький (Ғафури урамынан алып Чапаев урамына тиклем) урамдарында башҡарылған. Йөрөй торған юлдарҙы ғына түгел, бында тиҫтә йылдар буйына ремонт үткәрелмәгән һәм насар хәлдә булған тротуарҙарҙы ла тәртипкә килтерҙеләр. Хәҙер уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар автомобилселәр ҙә, йәйәүлеләр өсөн дә өсөн булдырылған.

Ғәҙәттәгесә, юлдарҙы ҡабул итеүгә һуңғы нөктәне комиссия ҡуя, уның составына ҡала хужалығы идаралығы белгестәре, ҡала депутаттары, йәмәғәтселәр, техник күҙәтеү инә. Был участкаларҙа файҙаланыу сифатына йоғонто яһаусы етди иҫкәрмәләр асыҡланмаған.

Әле Салауатта эштәр тағы ике юлда дауам итә. Колхоз урамында подрядсы ойошма асфальт түшәү менән шөғөлләнә, ә Өфө урамында (Калинин урамынан К.Маркс урамына тиклем) ҡоҙоҡтарҙы ремонтлауға тотоналар. Юлдың был өлөшөндә уларҙың һаны 63. Әммә уларҙы тейешле хәлгә килтермәһәләр, артабанғы ремонт насар һөҙөмтә бирәсәк. Был эштәргә аҡса ҡала бюджетынан бүленгән.

Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” (национальный проект “Безопасные и качественные дороги") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/315159

Фото: Салауат ҡалаһы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в