

Бөрө ҡалаһына күсмә “Толпар” стоматология комплексы килде. Өфөләге 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре ҡалалағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итте. Поликлиниканың дауалау-хирургия бүлексәһе мөдире Наталья Абдуллина һәм табип-стоматолог Александр Багурин балаларҙың тештәр торошон ҡараны һәм дауаланы.
Кескәй пациенттарҙың күбеһе – етемдәр һәм ауыр тормош хәленә юлыҡҡан балалар. Һәр береһенең тештәренә иҫкәртеү сараһы үткәрелде, муляжда тештәрҙе тәрбиәләү гигиенаһына өйрәтеү ойошторолдо. Табип-стоматологтар Башҡорт дәүләт медицина университеты ирекмәндәре Александр Исаметов һәм Эльнара Йәнгирова менән берлектә сәләмәтлек дәрестәре үткәреп, балаларға буяу, һүрәт төшөрөү әйберҙәре бүләк итте. Тәрбиәләнеүселәрҙең күпселеген үҫмерҙәр тәшкил итә. Даими тештәрҙе ҡарау, дауалау табиптарҙан күберәк ваҡыт та, иғтибар ҙа талап итте. Балалар комплексҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килде, тештәрен ҙур теләк менән дауалатты. Хәҙер улар теш табиптарынан ҡурҡмай.
Балалар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп бурыстарының береһе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.