Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь , 17:15

Уҡыусылар киләсәккә "сумды"

Был аҙнала Межгорье ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусылары Өфөләге “Киләсәккә билет” тип аталған бик мауыҡтырғыс сарала ҡатнашты.

Уҡыусылар киләсәккә "сумды"
Уҡыусылар киләсәккә "сумды"

Был аҙнала Межгорье ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусылары Өфөләге “Киләсәккә билет” тип аталған бик мауыҡтырғыс сарала ҡатнашты. Был проект Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты паспортына инә һәм 6-11 класс уҡыусыларына иртә һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән.

– Мин “Рәсәй – Минең тарихым” тарихи паркында, “Киләсәк лабораторияһы” күргәҙмәһендә тәүгә булдым – ҡыҙыҡлы урын! Мультимедиалы технологиялар донъяһы! – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша уҡыусыларҙың береһе.

– Унда беҙҙе заманса хеҙмәт баҙары ҡоролошо менән таныштырҙылар. Шәхсән үҙем, ябай, бөтә яҡшы билдәле һөнәрҙәрҙән тыш, донъяла яңы, тағы ла талап ителгән һөнәрҙәр барлыҡҡа килеүен белдем: молекуляр диетолог, фуд-стилист, молекуляр аш-һыу ашнаҡсыһы, маривод, арборист һәм, әлбиттә, беҙҙең заманда селекция һәм генетика кеүек тармаҡтар ҙа бик кәрәк, – тип билдәләне тағы бер уҡыусы.

Һәр залда уҡыусылар төп герой – профессор Новтың ҙур булмаған инструкцияһын ҡараны, тач-панелдәрҙә эштәрҙе систе, уларҙы башҡарған өсөн терабинаттар алды. Эшләп тапҡан терабинаттар һөҙөмтәһендә уҡыусыларға профессиональ тармаҡтар менән таныштырған видео асылған, улар араһында: сәләмәт мөхит, уңайлы мөхит, аҡыллы мөхит, хәүефһеҙ мөхит, индустриаль мөхит, социаль мөхит, эшлекле мөхит, креатив мөхит һәм аграр мөхит.

Сәфәрҙе юҡҡа ғына ҙур өмөттәр бағлаған “Киләсәккә билет” тип атамағандар ине, сөнки йәш Межгорье халҡы, ысынлап та, бер нисә сәғәткә киләсәккә сумды.

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте. 

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/318887

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в