

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Үрге Тәтешле ауылында Бармыш йылғаһындағы быуаның пляж зонаһын һәм район мәҙәниәт йортоноң көньяҡ өлөшөн төҙөкләндереү дауам итә.
Был биләмәләрҙе яһалма йәшелләндереү буйынса эштар тамамланды. Киске яһалма яҡтыртыу транспорт хәрәкәтенең хәүефһеҙ булыуын тәьмин итә һәм йәйәүлеләргә лә уңайлы. Бынан тыш, тротуарҙар ҙа төндә яҡшы күренә.
Бындай яңылыҡтарға урында йәшәгәндәр ҙә, ҡунаҡтар ҙа ҡәнәғәт.
Илгиз Хәбибуллин, квадракоптерҙан фото төшөргәндән һуң, үҙенең хис-тойғоһо менән уртаҡлашты.
- Йәмәғәтселек биләмәһен төҙөгәндә был проекттың халыҡ өсөн ныҡ мөһим икәнлеген аңлай инек. Шуға уның төҙөкләндереү өсөн тауыш бирҙек. Төҙөлөш башланғандан алып, биләмә сынъяһауға әүерелә бара, үҙгәрештәр күҙ алдында бара, бында фотоға төшәләр. Беҙҙә, район үҙәгендә, һәммәбеҙ яратҡан ял йортоноң сафҡа инеүен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Ул шулай уҡ бындағы ландшафттың матурлығы, ял итеүселәр өсөн урындың хәүефһеҙ булыуы хаҡында әйтте.
Фото: Тәтешле районы хакимиәте.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан