

"Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында 2020 йылда Дыуан районы автоклуб алды. Махсуслаштырылған автотранспорт заманса яҡтыртыу һәм тауыш мультимедиа аппаратураһы менән йыһазландырылған, ул концерттар, күңел асыу программаларын уҙғарыу, кинофильмдар, спектаклдәр һәм башҡа ҡыҙыҡлы, танып белеү проекттарын күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ.
2021 йылдан автоклуб "Мәҙәни кешеләр" агитация бригадаһы менән йөрөй башлаған. Һәм бына әле “Мәҙәни кешеләр” агитация бригадаһы йәнә маршта. Был юлы үҙҙәренең концерт программаһы менән “Рассвет” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтсәндәренә барғандар.
Элекке йылдарҙа автоклубтарҙың яландарҙа башҡарған сығыштарына ҙур әһәмиәт бирелә ине. Бөгөн агитация коллективының төп бурысы – үҙеңдең хеҙмәт геройҙарыңа ярҙамлашыу һәм уларға яҡшы кәйеф бүләк итеүгә тағы бер нәмә өҫтәлде: һауа торошон көйләү. Йыр артынан йыр башҡарыла, һәм мөғжизә – программа тамамланыуына ҡояш йылмая башлай ҙа.
Тимәк, комбайнсыларға һәм водителдәргә эшләү икеләтә күңеллерәк буласаҡ. Сағыу йырҙар, бейеүҙәр һәм иң ихлас рәхмәт һүҙҙәре уларҙы яңы хеҙмәт еңеүҙәренә илһамландырһын!
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/315159
Фото: Дыуан районы хакимиәте.
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/319538