

Бәләбәйҙәге Үҙәк мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда “Бал ҡорто туйы” беренсе бал фестивале сиктәрендә кәсепселәр йәрминкәһе үтте, унда ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар оҫтабикәләрҙең һәм һөнәрселәрҙең ҡул эштәрен һатып алды.
Йәрминкәлә балсыҡтан эшләнгән әйберҙәр, йорт өсөн матур биҙәүес әйберҙәре, ҡулдан эшләнгән тәмле кәнфиттәр, хенд-мейд башлыҡ һәм бәйләместәр, үҙенсәлекле балауыҙ шәмдәре, бәйләнгән пледтар, баҫыу техникаһында башҡарылған бейәләйҙәр, ҡағыҙ торбаларҙан үрелгән әйберҙәр һәм башҡалар тәҡдим ителде.
– Миңә йәрминкәләрҙә ҡатнашыу оҡшай, аралашырға, яңы идеялар менән уртаҡлашырға мөмкин, – ти оҫта Алиса Лисина. – Мәҫәлән, республика йәрминкәләренең береһендә булғандан һуң, беҙ “Йылылыҡ” көршәкселәр оҫтаханаһында етештерелгән сувенирҙар исемлеген киңәйттек һәм “Башҡортостан – тыуған төйәгем” башҡорт тематикаһы менән сувенирҙар эшләй башланыҡ. Хәҙер беҙҙә үҙенең тыуған ҡалаһы Бәләбәйҙе һәм тотош Башҡортостанды яратыусылар өсөн магниттар, брелоктар, муйынға, асҡысҡа йәки машинаға сулпылар булыр.
Һәр сара һайын һөнәрселәр сафы тулыланыр һәм тағы ла күберәк матур һәм үҙенсәлекле ҡул эштәрен күрербеҙ, тип өмөтләнә бәләбәйҙәр.
Йәрминкә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә үткәрелде, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/319524
Фото: Бәләбәй районы хакимиәте.