

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Туймазы районында бер нисә йәшелсәсе үҙ бизнесын япҡанда, Радэль Сафиуллин Төмәнәк ауылындағы банкрот теплица предприятиеһынан ер һәм ҡаралты һатып ала. «Хәүефле эшкә тотонған, - ти уға ауыл халҡы. - Газ ҡиммәтләнә, энергия менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың талаптары көсәйә». Ләкин йәш эшҡыуар ҡыяр, помидор үҫтерә башлай һәм эштәре уңыш килтерә.
Бөгөн “РадСаф” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә көн һайын 20 тонна ҡыяр менән помидор йыялар. Йәш фермер Радэль Сафиуллиндың теплица хужалығы майҙаны – туғыҙ гектар.
2019 йылға тиклем хужалыҡта бер квадрат метр ерҙән 12 – 15 килограмм ҡыяр, 10 – 12 килограмм помидор алғандар. Яңы йылытмалар ҡуйғандан һуң ҡыярҙың да, помидорҙың да уңышы 35,1, килограмм тәшкил итә. Йәшелсәлектең рентабеллеге 5 проценттан 20-гә тиклем артҡан, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
- Бөтә борсолоуҙар бер нисә ай үткәс кенә таралды: беренсе йылда уҡ бер квадрат метрҙан 17 килограмм йәшелсә йыйҙым - урындағы теплица хеҙмәткәрҙәренең үлсәме буйынса был насар башланғыс түгел ине, - тип йылмая Радэль.
Бер аҙҙан эшҡыуар 50 тонналыҡ келәт төҙөгән. Һуңынан, йәшелсә үҫтереүҙең заманса технологияларын өйрәнеп, ул яңынан-яңы амбициялы бизнес-план төҙөгән. Уның сиктәрендә алдағы бер нисә йылда арка тибындағы 25 капиталь теплица эшләп ултыртырға ниәтләйҙәр. Бының өсөн эшҡыуар урындағы оҫталарҙан ябай һығылмалы станоктарға заказ биргән һәм металопрофилдән теплица аркалары яһай башлаған. Һәр береһе 23 сутый майҙан менән өс корпус күтәргән дә инде. Бынан тыш, компьютерлаштырылған ҡорамал һатып алған, ул тамсылап һыу һибеү һәм дымлылыҡ режимы менән идара итә («Томан» системаһы). Һыу, газ экономияһы 25 процент тәшкил итә.
Етештереүҙе үҫтереү һәм яңыртыу өсөн 200 миллион һум аҡса һалынған. Киләһе йылдарҙа фермер, быяланан йыл әйләнәһенә эшләгән теплица төҙөп, етештереү күләмен арттырырға иҫәп тота. Бының өсөн уға дәүләт ярҙамы кәрәк. Радэль Радик улы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашырға ғариза тапшыра. Ул үҙ проектына “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса ярҙам күрһәтелеренә ышана.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: yavteplice.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан