

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин эш сәфәре менән Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында булып, хеҙмәт коллективы менән танышты. Министр әйтеүенсә, бөгөн яңы кадрҙарҙы йәлеп итеү генә түгел, ә уларҙы һаҡлау айырыуса мөһим.
Дауахананың баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, клиника медицина эшмәкәрлеге сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә лидер булып тора, сифат менеджменты системаһының 1509001:2015 серияһы стандарттарына ярашлылыҡ буйынса халыҡ-ара сертификтлау үткән.
Хәҙерге ваҡытта дауахана коллективы “Росздравнадзор”ҙың күләмле сертификатлау эшенә әҙерләнә, клиник рекомендациялар буйынса эске эштәр башҡарыла. ”Планда – эш системаһын пациенттарҙың һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтеү, сифатлы, юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү”, – ти баш табип.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.