Милли проекттар
24 Сентябрь 2022, 04:00

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Бер төркөм табиптарҙы премия менән наградланылар.   

Ихлас ҡотлайбыҙ!Ихлас ҡотлайбыҙ!
Ихлас ҡотлайбыҙ!

Бишенсе тапҡыр үткән “Тормош хаҡына” халыҡ-ара онкология һәм радиотерапия форумына ярашлы, бер төркөм табип-онкологтарҙы академик А.И. Савицкий исемендәге премия менән наградланылар. Академик А.И. Савицкий исемендәге премия – онкология сирҙәрен ваҡытында асыҡлауҙа һәм дауалауҙа онкология хеҙмәте һәм йәмәғәт ойошмалары тырышлығының социаль әһәмиәтен юғары баһалау ул. Быйыл Республика клиник онкология диспансерының өс белгесе ошо юғары премия номинанты булды.

Диспансерҙың ультратауыш диагностикаһы бүлексәһе мөдире Дамир Зиннәтуллин, радиогинекология бүлексәһе мөдире Гүзәл Батталова, 1-се радиология бүлексәһе мөдире Ольга Гончарова бүләкләнде. “Тормош хаҡына” халыҡ-ара форумы танылған халыҡ-ара белгестәрҙе, йәш табиптарҙы, ғалимдарҙы, урта медицина эвеноһы хеҙмәткәрҙәрен, онкология тармағының башҡа белгестәрен берләштерә. Форум майҙанында түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, хеҙмәттәштәр тәжрибә уртаҡлаша.

Онкология сирҙәре менән көрәш – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе.  Милли проект онкология диспансерҙарын киң күләмдә йыһазландырыуҙы һәм амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәрен асыуҙы күҙ уңында тота.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас