Милли проекттар
25 Сентябрь 2022, 06:30

Авариялы йорттан – уңайлы фатирҙарға

Башҡортостанда гараждандарҙы авариялы йорттарҙан күсереү программаһы 2022 йыл аҙағына саҡлы тамамланасаҡ 

Авариялы йорттан – уңайлы фатирҙарғаАвариялы йорттан – уңайлы фатирҙарға
Авариялы йорттан – уңайлы фатирҙарға

Башҡортостанда гараждандарҙы авариялы йорттарҙан күсереү программаһы 2022 йыл аҙағына саҡлы тамамланасаҡ. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендә башҡарыла.

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин әйтеүенсә, был күсереү 2017 йылдан алып бара һәм бөгөнгә ике мең кешене күсерәһе ҡалған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авариялы хәлдә тип танылған йорттарҙа йәшәгәндәрҙе күсерәләр. Милли проектты тормошҡа ашырыу барышында үтәлергә тейешле ошо программаға ярашлы, 19 муниципалитеттағы 134 күп фатирлы йортта йәшәгән биш мең кеше күсерелергә тейеш.

Киләһе йыл башынан республикала авариялы йорттарҙа йәшәгәндәрҙе күсереү буйынса яңы программа үтәлә башларға тейеш.

Фото: bashinform.ru.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас