Милли проекттар
25 Сентябрь 2022, 05:30

Хәҙер йәйәүлеләргә уңайлы

Өфөнөң хәрәкәт көслө булған Ибраһимов исемендәге бульварында йәйәүлеләр өсөн инфраструктура яҡшырҙы

Хәҙер йәйәүлеләргә уңайлыХәҙер йәйәүлеләргә уңайлы
Хәҙер йәйәүлеләргә уңайлы

Өфөнөң хәрәкәт көслө булған Ибраһимов исемендәге бульварында йәйәүлеләр өсөн инфраструктура яҡшырҙы. Был эште “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары “ милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә башҡарҙылар.

Ошо урамдағы реконструкция 2021-2022 йылдарҙа яһалды. Бында йәшәгән халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәттәре буйынса уны үҙгәртеп ҡороу милли проектҡа индерелде.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында иҫке борт таштары яңыларына алмаштырылған, техник һыҙаттар эшләнгән, юл япмаһы яңыртылған, урамды яҡтыртыу кимәле арттырылған, юл тамғалары ҡуйылған, һыу үткәргес һәм канализация ҡапҡастары, электр һәм элемтә линиялары алмаштырылған, ноябргә саҡлы светофорҙар ҙа урынлаштырыласаҡ.

Был урамдағы скверҙың тротуары ла тулыһынса яңыртылған. Эште башҡарғанда уңайлы мөхит булдырыу кәрәклеген дә онотмағандар.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас