

Нуриман районы халҡы "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһына ҡушылды. Бындай сараларҙы үткәреү “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә. Халыҡтың экологик мәҙәнилеге һәм граждандарҙың яуаплылыҡ кимәлен күтәреү уның төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Хеҙмәт коллективтарының һәм битараф булмаған кешеләрҙең тырышлығы менән райондың ауыл биләмәләрендә 900-ҙән ашыу шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, миләш үҫентеләре ултыртылды. Ауыл биләмәләре, учреждениелар, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре обелисктар, балалар майҙансыҡтары, ял итеү урындарын, ихата биләмәләрен йәшелләндерҙе.
Ҡыҙылъяр ауылының яңы мәҙәниәт һәм ял паркында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Павел Завадич менән бергә 43 йүкә һәм 68 ҡайын ултырттылар, ауылдан сыҡҡан урында Өмөт аллеяһында – 220 ҡайын.
Ағас ултыртыуҙан тыш, күпселек ауыл биләмәләрендә ведомство ҡарамағындағы һәм йәмәғәт биләмәләрендә, парктарҙа, зыяраттарҙа һәм юл буйҙарында өмә үткәрелде.
"Акцияла ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! Күмәк көс менән генә Башҡортостанды һәм Нуриман районын таҙараҡ, матурыраҡ һәм йәшелерәк итә алабыҙ!” – тине район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/320245
Фото: Нуриман районы хакимиәте.