Милли проекттар
27 Сентябрь 2022, 06:30

Марафон төрлө йәштәгеләрҙе берләштерҙе

Сараның иң өлкән ҡатнашыусыһы Надежда Лушниковаға 71 йәш, ә иң кесеһе Азалия Яхинаға 22 йәш тулған

Марафон төрлө йәштәгеләрҙе берләштерҙеМарафон төрлө йәштәгеләрҙе берләштерҙе
Марафон төрлө йәштәгеләрҙе берләштерҙе

Дүртөйлө районында  "Кызыл таң" гәзите призына ХХXII еңел атлетика ярыммарафоны үтте. Был  сара "Демография" милли проектының (национальный проект “Демография”) "Спорт - йәшәү нормаһы" һәм "Өлкән быуын" федераль проекттарына булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә.

Дүртөйлөнөң ҡала майҙанында Башҡортостандың күрше райондарынан ғына түгел, Екатеринбург, Ижау кеүек ҡалаларҙан да вәкилдәр йыйылды. Спортсыларҙы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев һәм 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова сәләмләне. Рәсәй гимны аҫтында флагты бынан алдағы ХХXI ярыммарафон еңеүсеһе, яҡташыбыҙ Рауил Шәйхетдинов тантаналы рәүештә күтәрҙе.

300 метрлыҡ дистанцияла 6 йәштән 13 йәшкә тиклемге балалар ярышты. Һүҙ 60-ҡа яҡын ҡыҙ һәм 95 малай хаҡында бара.

13-18 йәшлек ҡыҙҙар 5 саҡрымлыҡ арала ярышты. Улар араһында беренсе урынды - Айһылыу Ямалетдинова, икенсене - Камилла Кашапова, өсөнсөнө Азалия Әҙһәмова яуланы.

Егеттәр 10 саҡрымға йүгерҙе. Беренсе булып Минтимер Дәүләтшин финишҡа килде, икенселә - Динис Сәлимгәрәев, өсөнсөлә - Асҡар Латипов.

"Мин бындай ярышта тәүге тапҡыр ҡатнаштым һәм шунда уҡ икенсе урын алдым. Был күнекмәләрҙең һөҙөмтәһе: 10 йылға яҡын спорт, каратэ менән шөғөлләнәм”, - ти Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының 9 класс уҡыусыһы Динис Сәлимгәрәев. Ярыммарафонға 50-нән ашыу еңел атлет килгән, 37-һе –  ир-егеттәр. Улар 21 саҡрымлыҡ арала йүгерҙе.  Ярыммарафондың иң өлкән ҡатнашыусыһы Надежда Лушниковаға 71 йәш, ә иң кесеһе Азалия Яхинаға 22 йәш тулған.

Фото: bashinform.ru

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас