

“Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө – Рәсәй биләмәһендә ҡатнашыусылар һаны буйынса ла, географик йөкмәткеһе буйынса ла иң күмәк спорт сараһы. Ул 2004 йылдан башлап йыл һайын сентябрь айында үткәрелә.
Был күмәк ярыштың ойоштороусылары булып РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, “Спорт саралары идаралығы” федераль дәүләт учреждениеһы, Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы, шулай уҡ РФ субъекттарының физик культура һәм спорт өлкәһендә башҡарма власть органдары сығыш яһай.
Сараның төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм рәсәйҙәрҙе, тәү сиратта йәштәрҙе физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.
Райондың спорт майҙансығында һәм белем биреү учреждениеларында физик яҡтан әүҙемлек һөйөүселәр “Милләттәр кросы”на йыйылды. Һауа торошо яҡшы торҙо, ҡатнашыусыларҙың кәйефтәре күтәренке ине һәм арауыҡты ҙур теләк менән үтте. Йүгереүҙә 1548 кеше ҡатнашты.
“Кросста өсөнсө йыл ҡатнашам, быйыл ата-әсәйем менән килдем. Мин бик йүгерергә яратам, бөгөн ҡатнашыусылар күп һәм бик күңелле булды!” – тине Ҡариҙел мәктәбе уҡыусыһы Альбина Мостафина.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/320140
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.