Милли проекттар
28 Сентябрь 2022, 08:30

Төпкөл ауылдарға юғары тиҙлекле интернет барып етә

Милли проект ярҙамында республикалағы 3 мең социаль әһәмиәтле объект интернетҡа тоташтырылған

Төпкөл ауылдарға юғары тиҙлекле интернет барып етәТөпкөл ауылдарға юғары тиҙлекле интернет барып етә
Төпкөл ауылдарға юғары тиҙлекле интернет барып етә

«Һанлы иҡтисад» милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда 3 меңдән ашыу социаль әһәмиәтле объект интернетҡа тоташтырылған. Был хаҡта «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан хәбәр иттеләр.

Атап әйткәндә, элек юғары тиҙлектәге селтәргә тоташыу мөмкинлеге булмаған 3076 социаль әһәмиәтле объект интернет менән тәьмин ителгән. Социаль әһәмиәтле объекттар иҫәбендә – белем биреү ойошмалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Рәсәй гвардияһы объекттары, шулай уҡ һайлау комиссиялары.

Эксперттар билдәләүенсә, социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу төпкөл һәм бәләкәй ауылдарҙа бәйләнеште үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бәйләнеш узелдары булдырыла, уларҙың мөмкинлектәре интернет селтәренә инеү хеҙмәттәрен күрһәтеү өсөн мәғлүмәтте ошо тораҡ пунктта урынлашҡан физик һәм юридик шәхестәргә тапшырыу мөмкинлеген бирә.

«Һанлы иҡтисад» милли проекты (национальный проект "Цифровая экономика") Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә әҙерләнде һәм ғәмәлгә ашырыла. Күләмле проект Рәсәйҙең халыҡ аҙ йәшәгән, төпкөл тораҡ пункттарында элемтә һәм интернет инфраструктураһын үҫтереүҙе үҙ эсенә ала.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: d-kvadrat.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас