

Ғафуриҙар “Экология” милли проекты сиктәрендә тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә һәм биләмәләрҙе йәшелләндереүгә йүнәлтелгән “Йәшел Башҡортостан” республика экологик акцияһына ҡушылды.
Үҫентеләр ултыртыуҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, С. Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәге етәксеһе Рәшит Кәримов, ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, район халҡы ҡатнашты.
Райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә ағастар ултыртылды. Район үҙәгенең “Лубат” биҫтәһендә яңы “Тыныслыҡ аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ташлы киҫелешендәге “Дан аллеяһы”нда үҫеп китә алмаған үҫентеләрҙе алмаштырҙылар. Йәш ҡарағайҙар һәм шыршылар Сәйетбаба ауылындағы яңы “Еңеү паркы” биләмәһен биҙәне.
“Ғафури районының төрлө мөйөштәрендә был көндө 1700-ҙән ашыу ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды. Улар барыһы ла яҡынлашып килгән ҡышты уңышлы үткәреп ебәрер һәм яҙ көнө беҙҙе йәшеллеге менән ҡыуандырыр, тип ышанам. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт! Кешеләрҙең ваҡыт табып, ағас ултыртыу һәм тыуған районын биҙәү өсөн тотош ғаиләләре, балалары менән килеүе ҡыуандыра. Ошоноң арҡаһында акция изге йолаға әүерелде һәм йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусылар йыя”, – тине Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/321931
Фото: Ғафури районы хакимиәте.