

Беларусь Республикаһы компаниялары Башҡортостанда етештерелгән һанлы программалы идараһы булған токарь һәм фрезерлы станоктар, сифатты тикшереү аппараттары, нефть-газ табыу, эшкәртеү һәм нефть-химия өлкәһе өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ аэрозоль төргәктәге майлау материалдары менән ҡыҙыҡһынған. Ошо хаҡта XI ”ХИМИЯ. НЕФТЬ И ГАЗ” Халыҡ-ара махсуслашҡан химия һәм нефть-газ сәнәғәте, фән күргәҙмәһендә билдәле булды, унда Башҡортостандан биш етештереүсе ҡатнашты.
– Беларусь Республикаһында биш көн барған күргәҙмә сиктәрендә беҙҙең экспортсылар 100-ҙән ашыу осрашыу үткәрҙе. Башҡортостандан предприятиелар коммерция тәҡдимдәренә иҫәпләүгә, ихтыяжға техник йөкләмәләр алды, уларҙың бер өлөшө тәжрибә партияһы менән тәьмин итеүгә килешкән һәм контракттарҙың нескәлектәре буйынса һөйләшеүҙәр алып баралар. Бынан тыш, беҙҙең етештереүселәр Беларусь уҙаҡташтарына компоненттар өлөшөн һатып алыу буйынса тәҡдим яһаны, – тип аңлатма бирҙе республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Башҡортостан Республикаһының Экспорт ярҙамы үҙәге булышлығында “Технолог” ғилми-етештереү берекмәһе” йәмғиәте, “ХТЦ УАЙ” йәмғиәте, “Нефтехимавтоматика” Башҡортостан махсус конструктор бюроһы, “ЕСМ”–“Станкомонтаж” йәмғиәте, “Промышленные Эко-Системы” ғилми-етештереү предприятиеһы” йәмғиәте ҡатнашлығында унда Made in Bashkortostan коллектив стенды күрһәтелде.
Киләсәктә клиент булыуҙары ихтимал сит ил вәкилдәренән тыш, Башҡортостан стендын Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы сауҙа вәкиле Юрий Золотарев ҡараны.
Республиканың был эшмәкәрлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итә.
Фото: vk.com/foreignrb.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан