Милли проекттар
30 Сентябрь 2022, 06:30

Юл участкаһы тәртипкә килтерелде

Башҡортостанда Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлы участкаһы яңыртылды. 

Юл участкаһы тәртипкә килтерелдеЮл участкаһы тәртипкә килтерелде
Юл участкаһы тәртипкә килтерелде

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында Тәтешле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы – “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалы белгестәре Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлының биш километр оҙонлоҡтағы авария хәлендәге участкаһын ремонтланы. Объекттың дөйөм хаҡы 77 миллион һум самаһы тәшкил иткән.

– Башҡарылған ремонттарҙың сифатына айырым иғтибар бүленә – милли проект объекттарында эштәрҙе башҡарыуға күп баҫҡыслы контроль ойошторолған, уны башта подряд ойошмалары үҙҙәре, һуңынан заказсы, ә һуңынан Федераль юл агентлығы белгестәре үткәрә, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Килешеүгә ярашлы, был участкала ремонт эштәрен 2022-2023 йылдарҙа башҡарыу ҡаралған, ләкин юлсылар эштәрҙе билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ тамамлай алған. Объектта иҫке юл япмаһы ҡырып алынған, ике ҡатлам ныҡлы һәм оҙаҡ хеҙмәт иткән ваҡ таш һәм мастиканан асфальт бетоны түшәлгән.

Юлсылар асфальт-бетон ҡатнашмаһынан яңы япма һалған. Ул, климат үҙенсәлектәрен һәм хәрәкәт көсөргәнешлелеген иҫәпкә алып, күләмле-функциональ проектлау ысулы буйынса һайланған.

Бынан тыш, юл ситтәре тулыһынса нығытылған һәм юл билдәләре һыҙылған.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") илдең Транспорт министрлығы тарафынан “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы Указ положениеларын үтәү маҡсатында әҙерләнде. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала тиерлек, унда Рәсәйҙең 85 субъекты һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Рәсәй субъекттарының юл эшмәкәрлеге программалары федераль һәм төбәк бюджеттарынан финансланасаҡ.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/321931

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас