Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Октябрь 2022, 08:00

Ҡариҙел районында – шатлыҡлы ваҡиға

Уны балалар майҙансығы тип атау ғына аҙ, сөнки бында тотош автоҡаласыҡ асылды. 

Ҡариҙел районында – шатлыҡлы ваҡиға
Ҡариҙел районында – шатлыҡлы ваҡиға

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект "Жилье и городская среда") ярашлы, Ҡариҙел районында ысын юл сатын миниатюрала булдырыу мөмкин булған: бында юл тамғалары төшөрөлгән, йәйәүлеләр өсөн көйләнгән һәм хәрәкәт яйға һалынмаған юл саттары, тротуарҙар, юл билдәләре, светофорҙар бар. Шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһы ла тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Был балалар майҙансығы кескәйҙәрҙең юл-транспорт осраҡтарында йәрәхәтләнеүен булдырмау, балаларға һәм үҫмерҙәргә юл хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен төшөндөрөү маҡсатында эшләнгән.

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы, район биләмәһендә халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителгән ошоноң ише байтаҡ башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин булды”, - ти район етәкселеге.

“Беҙҙең балаларҙың һәм уларҙың атай-әсәйҙәренең әлеге майҙансыҡ менән рәхәтләнеп файҙаланыуын, уға һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуын теләйем. Ул танып-белеү, мауыҡтырғыс уйын майҙансығы ғына түгел, балаларҙың шат көлөүе яңғырап, үҙенә тартып торған урын да булһын”, - тип теләктәрен еткерҙе Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, бында ағастар ҙа ултыртылған.

Фото: karaidel.site

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: