Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Октябрь 2022, 12:00

Дүртөйлө арғымағы Рәсәй рекорды ҡуйған!

Ҡазан ипподромында юртаҡтар араһында приздар уйнатылды.

Дүртөйлө арғымағы Рәсәй рекорды ҡуйған!
Дүртөйлө арғымағы Рәсәй рекорды ҡуйған!

Ат спортын үҫтереү программаһы Рәсәй Федерацияһының “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһына һәм “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проектына ярашлы алып барыла. Һуңғыһы ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) мөһим йүнәлеше булып тора.

- ”Ленин” тоҡомсолоҡ хужалығы ҡарамағындағы Дуфон тағы бер тапҡыр алдынғылығын раҫланы. Уның менән “Арғымаҡ” кооперативы директоры Илшат Мәхмүтов идара итте. 2,4 километр оҙонлоҡтағы дистанцияла Дуфон дүрт йәшлек юртаҡтар араһында бөтә Рәсәй рекордын ҡуйҙы. Уның һөҙөмтәһе – 3 минут 02 секунд. Әйткәндәй, беҙҙең ат Татарстандың быға тиклемге рекордсменын да уҙыуға өлгәште, Волга буйы һәм Урал төбәгендәге дүрт йәшлек юртаҡтар араһында иң шәбе булып танылды. Ғорурланабыҙ! Илшат Лирон улын да ҡотлайым! – тине Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Сәғҙәтулла улы Йосопов.

Фото “Юлдаш” гәзите сайтынан.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: