Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Октябрь 2022, 10:00

Ололарға сәйәхәт оҡшаған!

Юл һәм экскурсиялар тулыһынса бушлай.

Ололарға сәйәхәт оҡшаған!
Ололарға сәйәхәт оҡшаған!

“Демография” милли проекты һәм “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектына ярашлы, Нуриман районының өлкән йәштәге кешеләре баш ҡалабыҙ Өфөгә экскурсияға килеп ҡайтҡан.

Сәйәхәт Ҡыҙылъяр ауылында район хакимиәте бинаһы янынан башланған. Ололар уңайлы ике микроавтобусҡа ултырып баш ҡалаға ҡарай юл тотҡан.

Экскурсия барышында пенсионерҙар Милли муҙейҙа, Өфө лимонарийында булған, шулай уҡ ике ҡатлы автобусҡа ултырып баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышҡан, был эскурсияла уларҙы тәжрибәле гид оҙатып йөрөгән.

Юл һәм экскурсиялар тулыһынса бушлай, бары тик “УралТау” ресторанында төшкө аш ашау өсөн 380 һум алырға кәрәк булған. Экскурсияға барыусылар сәйәхәттән матур тәьҫораттар менән ҡайтҡан, уны ойоштороусыларға ихлас рәхмәтен еткергән.

Сәйәхәт барышында ололарҙы медицина хеҙмәткәре һәм район хакимиәте белгесе оҙатып йөрөгән.

"Демография" милли проекты (национальный проект "Демография") ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланды һәм уңышлы тормошҡа ашырылып килә.

Фото: nuriman.pro

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: