Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2022, 09:30

Ауырыуҙың хәлен күҙәтеп торасаҡ

"Яңы ҡорамалдар мониторингтың Гарвард стандартына ярашлы бөтә каналдарға эйә", – ти диспансерҙың баш табибы.

Ауырыуҙың хәлен күҙәтеп торасаҡ
Ауырыуҙың хәлен күҙәтеп торасаҡ

Республика клиник онкология диспансерына, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Онкология сирҙәре менән көрәш” проектына ярашлы, пациенттарҙың карауаты эргәһенә ҡуйыла торған яңы мониторҙар алынды.

Мониторҙар ауырыуҙың хәлен оҙайлы ваҡытта контролләү функцияһын үҙ өҫтөнә ала.

– Алынған мониторҙар мониторингтың Гарвард стандартына ярашлы бөтә каналдарға эйә, – ти диспансерҙың баш табибы Әҙел Измайлов. – Үҙәк станция ярҙамында бер нисә монитор пациенттарҙы контролләү системаһына тоташтырыла. Яңы технологиялар эш барышын яңы кимәлгә күтәрә һәм пациенттар хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.

Инновациялы медицина технологиялары, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: